Баймаҡ менән Илеш дуҫлығына 60 йыл. Был ике төбәк араһындағы дуҫлыҡ хаҡында ниҙәр беләһегеҙ, дуҫтар? Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә дөрләп яна дуҫлыҡ уттары” тип аталған осрашыу үтә. Унда Илеш районының үҙәк китапханаһы янында эшләгән “Илһам” әҙәби-музыкаль берекмәһе ағзалары Баймаҡ ижадсылары менән осраша. Кисә Илеш делегацияһын Баймаҡ районы сигендә бына ошолай ҡаршы алғандар. Фото: "Атайсал" гәзите.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова "Теге өсәү" тапшырыуында.
  • Класс
Урра, һөйөнсө! Шатлығыбыҙ ҙур! Бөгөн "Юлдаш plus" йәштәр үҙәге асылдв. Уны асыу тантанаһына хөрмәтле ҡунаҡтар, коллегалар, юлдаштар йыйылды
  • Класс
Ҡорот - халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе.
Уның файҙаһы ҙур, дауаһы иҫ китмәле. Ҡоротто “башҡорт фесталы” тип тә йөрөтәләр. Сөнки ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Ҡорот С витаминына һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай. Һимеҙ ит ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә.
Кипкән ҡоротто бала-сағаның ауыҙ эсе боҙолғанда имергә бирәләр. Ул ҡутыр кеүек яраларҙы ла тиҙ дауалай.
Ә һеҙ ҡорот яратаһығыҙмы? Ниндәйенә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
Владимир Путиндың инаугурацияһы 7 майҙа була.
Рәсәй Президенты Кремлдә дәүләт Башлығы булараҡ ант бирә. Мартта һайлауҙа Владимир Путин кандидатураһы өсөн 87 процент халыҡ тауыш бирҙе. Ул бишенсе мөҙәттә Рәсәй Президенты вазифаһын үтәй.
Матур йөрө. Ошо һүҙҙәр миңә
Ғүмер буйы юлдаш булдылар.
Шуғалырмы эшем һәр саҡ ыңғай,
Юлдарым да гелән уңдылар.
Матур йөрө. Әсәй фатихаһын
Алмайынса сәфәр сыҡманым.
Кеселәрҙе кесе туған күрҙем,
Оло һүҙен бер ҙә йыҡманым.
Бөгөн иһә бына үҙем әсәй-
Улым үҫә. Матур йөрөһөн.
Кешеләргә бул һин изгелекле,
Һәр ҡайҙа ла матур йөрө һин,
Тип оҙатып ҡалам, өй тупһаһын
Аша атлап сыҡһа урамға.
Имен генә йөрө берүк, балам,
Юлыҡмайса елгә, буранға.
Матур йөрө - әсәй фатихаһы,
Ауыр юлда юлдаш иң элек.
Ябай ғына ошо ике һүҙҙә
Әсә йөрәгендәй изгелек.
Айгөл Айытҡолова.
Башҡортостанда бала тыуғас 28 мең һум пособие бирелә.
Рәсәй Социаль фонды төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл дүрт айҙа 6 меңдән ашыу эшләп йөрөгән әсәгә аҡса күсерелгән. Бының өсөн 167 миллион һум йүнәлтелгән. Пособие мотлаҡ социаль страховкалау тәртибе барышында тәғәйенләнә. Бының өсөн ғариза тултырып мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.
Ике һәм унан күберәк бала булғанда, пособие һәр береһе өсөн айырым бирелә.
Рәмзиә Кәримова - Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы. Ҡотлайбыҙ!
Владимир Путин Башҡортостандан 5 кешене маҡтаулы исем менән бүләкләне. Рәсәй Президенты Указы донъя күрҙе. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылды.
"Нефтегазстрой" йәмғиәте директоры Нурихан Дилмиев һәм "Ремонт-төҙөлөш үҙәге" йәмғиәтенең техник директоры Рафаил Исмәғилев "Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе" исемен алды.
"БашЖилСервис" йәмғиәте директоры Илфат Ҡотлобулатов — Рәсәйҙең атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре, ә Өфөнөң 32-се спорт мәктәбе тренеры-уҡытыусыһы Олег Назаровҡа "Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.
Мәртәбәле бүләккә лайыҡ булғандар араһында хеҙм
  • Класс
ашҡорт ҡыҙы Forbes рейтингына ингән.
Опера йырсыһы Айгөл Әхмәтшина Forbes-тың "30 йәшкә тиклемге иң уңышлы 30 кеше" рейтингына ингән. Был исемлеккә 30 йәшкә тиклем Бөтә Рәсәй һәм донъя кимәлендә ҙур танылыу яулаған шәхестәр индерелә.
Айгөл Әхмәтшина — Ҡырғыҙ-Миәкәлә тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған йырсы. Яҡташыбыҙ Decca Classic донъя кимәлендәге лейблының артистары иҫәбенә индерелде. Ул — һуңғы 30 йылда контракт төҙөгән беренсе меццо-сопрано.
Афарин, Айгөл!
  • Класс
Показать ещё