Ҡотлайбыҙ!
Владимир Путин Башҡортостандан 5 кешене маҡтаулы исем менән бүләкләне. Рәсәй Президенты Указы донъя күрҙе. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылды.
"Нефтегазстрой" йәмғиәте директоры Нурихан Дилмиев һәм "Ремонт-төҙөлөш үҙәге" йәмғиәтенең техник директоры Рафаил Исмәғилев "Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе" исемен алды.
"БашЖилСервис" йәмғиәте директоры Илфат Ҡотлобулатов — Рәсәйҙең атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре, ә Өфөнөң 32-се спорт мәктәбе тренеры-уҡытыусыһы Олег Назаровҡа "Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.
Мәртәбәле бүләккә лайыҡ булғандар араһында хеҙмәттәшебеҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" хеҙмәтенең махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова бар. Ул "Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы" исемен алды.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1