"Юлдаш" егеттәре шаярта.
  • Класс
“Юлдаш” радиоһы – “Китап-байрам”да. Халыҡ-ара йәрминкәлә йыр-моң каналы “Китап – тормош юлдашы” тигән программа тәҡдим итә. Ул 24 майҙа төп сәхнәлә 17:00 сәғәттә башлана. Программа өс өлөштән тора. Тәүге бүлек “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, икенсеһе -“Йәшлек. Мөхәббәт”, өсөнсөһө “Ватан. Рух. Туған тел” тип атала. Яңғыраясаҡ шиғырҙар тематикаһын ошо атамаларҙан да күҙалларға мөмкин. Билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен радио алып барыусылары уҡый. Коллегабыҙ Айбулат Сәсәнбаевтың “Китап-байрам” өсөн махсус ижад ителгән шиғыры иғтибарға лайыҡ. Бала саҡ шуҡлыҡтарын һүрәтләгән әҫәр бер кемде ле битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Килегеҙ, күрегеҙ, тыңлағыҙ! Матур
Ҡарағыҙ әле, бөгөн кем менән сәйләйбеҙ! Радиобыҙҙың дуҫы, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Иң беренселәрҙән булып беҙгә ҡунаҡҡа килде.
00:33
Видео
11 097 просмотров
Баймаҡ менән Илеш дуҫлығына 60 йыл. Был ике төбәк араһындағы дуҫлыҡ хаҡында ниҙәр беләһегеҙ, дуҫтар? Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә дөрләп яна дуҫлыҡ уттары” тип аталған осрашыу үтә. Унда Илеш районының үҙәк китапханаһы янында эшләгән “Илһам” әҙәби-музыкаль берекмәһе ағзалары Баймаҡ ижадсылары менән осраша. Кисә Илеш делегацияһын Баймаҡ районы сигендә бына ошолай ҡаршы алғандар. Фото: "Атайсал" гәзите.
  • Класс
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова "Теге өсәү" тапшырыуында.
  • Класс
Урра, һөйөнсө! Шатлығыбыҙ ҙур! Бөгөн "Юлдаш plus" йәштәр үҙәге асылдв. Уны асыу тантанаһына хөрмәтле ҡунаҡтар, коллегалар, юлдаштар йыйылды
  • Класс
Ҡорот - халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе.
Уның файҙаһы ҙур, дауаһы иҫ китмәле. Ҡоротто “башҡорт фесталы” тип тә йөрөтәләр. Сөнки ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Ҡорот С витаминына һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай. Һимеҙ ит ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә.
Кипкән ҡоротто бала-сағаның ауыҙ эсе боҙолғанда имергә бирәләр. Ул ҡутыр кеүек яраларҙы ла тиҙ дауалай.
Ә һеҙ ҡорот яратаһығыҙмы? Ниндәйенә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
Владимир Путиндың инаугурацияһы 7 майҙа була.
Рәсәй Президенты Кремлдә дәүләт Башлығы булараҡ ант бирә. Мартта һайлауҙа Владимир Путин кандидатураһы өсөн 87 процент халыҡ тауыш бирҙе. Ул бишенсе мөҙәттә Рәсәй Президенты вазифаһын үтәй.
Матур йөрө. Ошо һүҙҙәр миңә
Ғүмер буйы юлдаш булдылар.
Шуғалырмы эшем һәр саҡ ыңғай,
Юлдарым да гелән уңдылар.
Матур йөрө. Әсәй фатихаһын
Алмайынса сәфәр сыҡманым.
Кеселәрҙе кесе туған күрҙем,
Оло һүҙен бер ҙә йыҡманым.
Бөгөн иһә бына үҙем әсәй-
Улым үҫә. Матур йөрөһөн.
Кешеләргә бул һин изгелекле,
Һәр ҡайҙа ла матур йөрө һин,
Тип оҙатып ҡалам, өй тупһаһын
Аша атлап сыҡһа урамға.
Имен генә йөрө берүк, балам,
Юлыҡмайса елгә, буранға.
Матур йөрө - әсәй фатихаһы,
Ауыр юлда юлдаш иң элек.
Ябай ғына ошо ике һүҙҙә
Әсә йөрәгендәй изгелек.
Айгөл Айытҡолова.
Показать ещё