БАШҠОРТТАР АРАҺЫНДА ДАН ОРДЕНЫНЫҢ ТУЛЫ КАВАЛЕРЫ БУЛҒАНМЫ?
Өс дәрәжәнән торған Дан ордены (“Һалдат ордены” тип тә йөрөтәләр) СССРҙың Юғары Советы президиумы Указына ярашлы 1943 йылдың 8 ноябрендә барлыҡҡа килгән. награда 3-сө дәрәжәнән башланған, унан һуң 2-се, аҙаҡ 1-се дәрәжәһе менән бүләкләгәндәр. Был дәрәжәгә лайыҡ булған яугир ордендың тулы кавалеры булып киткән. Ордендың 2-се һәм 3-сө дәрәжәләре көмөштән эшләнгән, 1-сеһе — алтындан. Дан ордены кавалерҙарының хоҡуҡтары Советтар Союзы Геройҙары хоҡуҡтарына тиң булған. Орден менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, айырыуса батырлыҡ күрһәткән ябай һалдаттар һәм сержанттар, ә авиацияла кесе лейтенанттар бүләкләнгән. Мәҫәлән, кем дә кем ҡурҡыу белмәй дошман араһына барып кереп, дошманды ҡыра башлаған, хәрби частың, алайҙың, дивизияның байрағын дошманға бирмәй һаҡлап алып ҡалған, йә киреһенсә, дошман байрағын эләктереп алған, ҡоралы менән 10—50 фашисты юҡ иткән, немецтарҙың танкыларын, артиллерия туптарын сафтан сығарған, самолетын бәреп төшөргән йәиһә дзотын, ҡорал, төрлө яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек һаҡланған складын яндырған, шартлатҡан, командирын үлемдән ҡотҡарған, алышта яраланһа ла, яу яланын ташлап китмәгән — ҡыҫҡаһы, яу яланында ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәр лайыҡ булған уға.
Ил күләмендә нисә яугир Дан орденының тулы кавалеры булған икән?
Тарихи әҙәбиәттә, төрлө китап-йыйынтыҡтарҙа, энциклопедияларҙа
кавалерҙар тураһында төрлө һандарҙы, исемдәрҙе күрергә була. Мәҫәлән, 1970 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән “Великая Отечественная война Советского Союза” тигән энциклопедияла Дан орденының 1-се дәрәжәһенә 2200 яугир лайыҡ булған, тип яҙылған1. 1974 йылғы “Великая Отечественная” тип аталған белешмәлә был һан 2500-гә етә2. 1985 йылда
Өфөлә сыҡҡан “Славные сыны Башкирии” очерктар йыйынтығында “Дан
орденының өс дәрәжәһенә 2456 яугир лайыҡ булған” тип яҙылған3. “Боевые награды СССР Второй мировой войны” (2003) тип аталған документтар йыйынтығында һуғыш осоронда 2562 яугир Дан ордены кавалеры булған, тип әйтелгән4. Тарихсы Татьяна Царева “Все награды Второй мировой войны” тигән хеҙмәтендә 2500-ҙән ашыу яугирҙы Дан ордены кавалеры булараҡ күрһәткән5. 2013 йылда нәшер ителгән “Башҡорттарҙың хәрби тарихы” энциклопедияһында 1943—1991 йылдарҙа 2600-ҙән ашыу яугир Дан ордынының тулы кавалеры булыуы хаҡында әйтелгән6.
Тимәк, Дан орденының өс дәрәжәһенә лә лайыҡ булған һалдаттарҙың
дөйөм иҫәбе буйынса тарихсылар араһында уртаҡ фекер юҡ. Шулай ҙа
был һандың 2600-ҙән ашыу булыуы тарихи дөрөҫлөккә яҡын, сөнки ҡайһы
бер яугирҙар ордендың 1-се дәрәжәһенә 1946, 1951, 1953, 1984, хатта
1994 йылдарҙа лайыҡ булғандар. Хөрмәт Хөсәйенов, мәҫәлән, ордендың
1-се дәрәжәһенә 1946 йылда лайыҡ булған, Хәниф Абдрахманов — 1953
йылда, Мәүлит Хиләжев — 1995 йылда һ.б. Ил буйынса 188 гвардия
полкынан өлкән сержант Николай Залетов Дан орденының тәүге тулы
кавалеры булған. Ул Пенза өлкәһенә ҡараған Сердобск ҡалаһында 1914
йылда донъяға килгән. Икенсе кавалер 110-сы айырым шәйләк алайы
(дозор полкы) разведчигы, украин халҡының данлыҡлы улы Константин
Шевченко булған. Харьков өлкәһенә ҡараған Хатомля ауылында 1914
йылда донъяға килгән. Өсөнсө кавалер — 1134-се айырым алай саперы
ефрейтор Митрофан Питенен. Батыр Пенза өлкәһенә ҡараған Олево
ауылында 1900 йылда донъяға килгән.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла Дан орденының тулы кавалерҙары бар. Беренсе булып ордендың 1-се дәрәжәһенә 1945 йылдың 24 мартында 16-сы Литва дивизияһы пулеметсыһы 20 йәшлек Дануте Юргио Станлиене лайыҡ булған. Ул Литваның Пелуц Мурзай ауылында 1922 йылда донъяға килгән. Икенсеһе — авиация алайының 24 йәшлек пулеметсыһы Надежда Журкина. Ул Свердлов өлкәһенә ҡараған Туринск ҡалаһында донъяға килгән. Был исемлектә өлкән сержант, снайпер Нина Петрова — өсөнсө. Ул Ленинград өлкәһенә ҡараған Ломоносов ҡалаһында донъяға килгән.
Башҡортостанда нисә Дан ордены кавалеры иҫәпләнә, шуларҙың
нисәүһе башҡорт милләтле икән? 1985 йылда нәшер ителгән “Славные
сыны Башкирии” очерктар йыйынтығына ярашлы, Башҡортостандан 33
яугир ошо наградаға лайыҡ булған. Ләкин был иҫәпкә Башҡортостанға
һуғыштан һуң башҡа өлкәләрҙән килгән өс кеше ингән: Геннадий Бродовиков, Иван Масьянов һәм Степан Туснолобов. “История Башкирии. ХХ век”тип аталған дәреслектә (Өфө, 2005, 159-сы бит) Башҡортостандан 35 яугир Дан орденының тулы кавалеры булған, тип яҙылған. Был һан да тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй. 2000 йылда нәшер ителгән “Подвиги их — бессмертны. 1941—1945” белешмә китабында (5-се бит) Башҡортостандан 37 яугирҙың Дан ордены кавалеры булып китеүе тураһында һүҙ бара. Ләкин белешмә авторҙары Р.А.Вәлишин, И.Г.Кәримова, У.Ҡунаҡбаев, Д.Г.Күскилдин, Д.Я.Назарова, Р.А.Низамов һәм Ю.А.Узиков 37 яугирҙан торған кавалерҙар исемлегенә Башҡортостанда тыуып үҫмәгән, һуғышҡа беҙҙең республиканан алынмаған, һуғыштан һуң ғына килеп урынлашҡан биш кешене индергәндәр. Бына улар: Поликарп Анпилогов, Геннадий Бродовиков, Иван Масьянов, Петр Прокопьев һәм Степан Туснолобов. Тимәк, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, һуғыштан һуң 32 кеше Дан орденының өс дәрәжәһенә лә лайыҡ булған. Һүҙ ыңғайына шуны ла әйтергә кәрәк, телгә алынған белешмәнең мөхәррире юҡ. Белешмәгә рецензияны Г.Р.Мөхәмитдинов яҙған.
Хәҙер башҡорттарға күсәйек. Журналист Анатолий Ерошин “Слава солдатская” тип аталған хеҙмәтендә Дан ордены кавалерҙары араһында алты башҡорт булған, тип яҙып ҡалдырған7. Алда телгә алған “Славные сыны Башкирии” йыйынтығында тарихты белмәгән, башҡорттарҙың ҡәбилә-ырыуҙарын, ауылдар тарихын яҡынса булһа ла төҫмөрләмәгән А. Ерошин Дан ордены кавалеры Хәниф Абдрахмановты татар иткән, йыйынтыҡты төҙөүсе Ғәҙей Булатов башҡорт егете Әғлиулла Вәлишинды ла татар итеп күрһәткән, журналистар Вил Ҡазыханов — Зиннур Зариповты, Анна Докучаева — Әбүзәр Низаевты,
Р. Кирәев — Сәлих Сабитовты, ә В.Орлов Тимерйән Фәхретдиновты татар тип билдәләгәндәр.
Улар хаҡлымы икән? Тикшереп ҡарайыҡ әле. Дан ордены кавалеры Хәниф Хажиғәли улы Абдрахманов 1926 йылда Әлшәй районына ҡараған Үрнәк ауылында донъяға килгән. Райондың бөтә ауылдарына ла бик борондан Мең ҡәбиләһенә ҡараған Яйыҡ-ҫыба-мең, Илкәй-мең, Күл-иле-мең, Меркет-мең башҡорт ырыуҙары һәм ҡыпсаҡтар нигеҙ һалған. Ибрай ауылы тарихы бөрйәндәр һәм ҡатайҙар менән бәйле. Үрнәккә иһә XVIII быуат баштарында Мең ҡәбиләһенә ҡараған Яйыҡ-ҫыба-мең башҡорттары нигеҙ һалған.
Әғлиулла Хисмәт улы Вәлишин Бәләбәй районына ҡараған Мәтәүбаш
ауылында 1922 йылда ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Бик
иртә етем ҡалып, Бәләбәй, Өфө һәм Свердловск ҡалаларының балалар
йорттарында тәрбиәләнгән. Свердловск ҡалаһының балалар йортонда
уның исем-шәрифтәрен үҙгәртеп, Александр Харитонович Васильев тип
яҙылған документ тапшырғандар. Шакирйән Мөхмәтйәновты ла бит балалар йортонда урыҫ итергә маташҡандар. Батыр Свердловск ҡалаһында ФЗО мәктәбен тамамлап, Уралмаш заводында эш башлаған һәм 1943 йылдың майында үҙе теләп фронтҡа киткән, 1-се танктар армияһында пулеметсы булып хеҙмәт иткән. 1944 йылдың 27 июленән алып 1945 йылдың мартына ҡәҙәр 50-нән ашыу дошманды юҡ иткән, унауһын әсиргә алған. Дан орденының 1-се дәрәжәһенә 1945 йылдың 27 июнендә лайыҡ булған. Һуғыштан һуң баш старшина тыуған ауылына ҡайтып, үҙенең ысын исем-шәрифен тергеҙгән, колхозда кладовщик, налог агенты, ҡарауылсы булып эшләгән. Бала сағын бик ауыр хәлдә үткәргән батыр 44 йәшендә генә Бәләбәйҙә яҡты донъянан киткән.
Зиннур Зарип улы Зарипов менән дә шул уҡ хәл. Ул Дүртөйлө районына
ҡараған Түбәнге Әлкәш ауылында 1915 йылда донъяға килгән. Ауылға XVII быуат яртыһында Йылан ҡәбиләһенең Маяшты һәм Ҡыр-йылан ырыуҙары башҡорттары нигеҙ һалған. Башта ауыл Араптан тип аталған. 1917 йылда ауылда 460 башҡорт һәм 6 мари көн күргән. 1920 йылда 444 башҡорт йәшәгән (бер мари, бер татар ҙа булмаған)8. Батыр 1936—1939 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла артиллерист булып хеҙмәт иткән. Бөйөк Ватан һуғышында сержант Зарипов Калинин, 1-се һәм 4-се Украина фронттарында командир сифатында дошманды ҡырған, Мәскәүҙән алып Берлинға, Прагаға ҡәҙәр хәрби юл үткән. Дан орденының 1-се дәрәжәһенә ул 1945 йылдың 29 июнендә лайыҡ булған. Түшенә өс орден, алты миҙал таҡҡан батыр тыуған ауылына ҡайтып, “Ҡыҙыл-Бүләк” колхозында 52 йыл эшләгән, Дүртөйлө районының Исмәғил ауылында ерләнгән.
Әбүзәр Ғаяз улы Низаев Благовар районының Сынташтамаҡ ауылында
1914 йылда донъяға килгән. Профессор Азат Камалов мәғлүмәттәре буйынса, ауылға ХVIII быуат башында Ҡаңлы ҡәбиләһенең Туҡбай һәм Йөрәктау ырыуҙары башҡорттары нигеҙ һалған. “По итогам ревизий и переписей ХVIII—XX веков, — тип яҙған профессор Ә.Әсфәндийәров, — жители населенных пунктов района на протяжении трех веков безоговорочно признавали себя башкирами. Это — с.Башлылы, д.Новый Буляк, д.Сарайлы, д.Старый Усман, д.Ахмет, пос.Новый Абзан, с.Старый Абзан, с.Старый Кучербай, д.Тюркей, д.Тюрюштамак... д.Старый Сынташ, Новый Сынташ,
Сынташтамак”. Иҫке Сынташта 1795 йылда 59 башҡорт көн иткән. Ошо
ауылдан бүленеп сыҡҡан Сынташтамаҡта 1870 йылда 319 башҡорт йәшәгән,1917 йылда — 659, 1920 йылда 595 башҡорт көн күргән9. 1932 йылда батыр тыуған ауылынан Ленинградҡа китеп, шунда караптар төҙөүсе заводта эшләгән. 1936—1938 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт иткән. Бөйөк Ватан һуғышына 1941 йылдың июлендә үк үҙе теләп киткән һәм Белорус фронтының 46-сы уҡсылар дивизияһында пулеметсы булып хеҙмәт иткән, дошманды аяуһыҙ ҡырған. Дан орденының 1-се дәрәжәһенә 1945 йылдың 29 июнендә лайыҡ булған. Һуғыштан һуң батыр Өфөлә шофер, завхоз булып эшләгән, колхозда ла тир түккән. 1997 йылда 83 йәшендә Өфөлә вафат булған.
Халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы Сәлих Сабитовты журналист Р. Кирәев
милләте буйынса татар тип яҙып ҡалдырған. Ысынлап та шулаймы икән?
Батыр хәҙерге Шаран районына ҡараған Еремкә ауылында 1912 йылда
донъяға килгән. Ауылға ХVII быуат аҙағында — ХVIII быуат башында
Йылан ҡәбиләһенең Ҡыр-йылан ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. 1917
йылда унда 626 башҡорт, 1920 йылда 635 башҡорт көн күргән. Ауылда
бер татар ҙа булмаған10. Фронтҡа 1941 йылдың авгусында алынған. Ул
дошмандан Мәскәүҙе һаҡлаған, һуңынан 1-се Украина фронтына ҡараған
5-се гвардия армияһының 58-се дивизияһында минометчик булып хеҙмәт
иткән, иҫ киткес батырлыҡтар күрһәткән. Дан орденының 1-се дәрәжәһенә
1945 йылдың 27 июнендә лайыҡ булған. Һуғыштан һуң тыуған ауылында
39 йыл колхозда эшләгән.
Тимерйән Йыһанша улы Фәхретдиновты ла В.Орлов татарға әйләндергән11.
Яугир Бүздәк районына ҡараған Оло Өҫтүбә ауылында 1919 йылда донъяға килгән. Профессор Азат Камалов билдәләүенсә, ауылға ХVIII быуат башында уҡ Ҡаңлы ҡәбиләһенең Аҡтау һәм Үрмәкәй ырыуҙары башҡорттары нигеҙ һалған. 1795 йылда унда 134 башҡорт, 1870 йылда — 889, 1920 йылда 1894 башҡорт көн иткән12. Бөгөнгө көндә башҡорт балаларын татарса уҡытыу арҡаһында ауыл башҡорт-татар ауылы булып киткән. Батырҙы һуғышҡа 1942 йылдың майында алғандар. Ул 1-се Белорус фронтына ҡараған 2-се Армияның 150-се дивизияһында туп наводчигы булып хеҙмәт итеп, Белоруссияны, Польшаны дошмандан азат итеүҙә иҫ киткес батырлыҡ күрһәткән.
Германияла Трептов, Грайфенберг, Камен, Гольшоб, Плате ҡалаларын һәм Берлинды яулап алыуҙа ҡатнашҡан, дошманды аяуһыҙ ҡырған. Дан орденының 1-се дәрәжәһенә 1946 йылдың майында лайыҡ булған. Һуғыштан һуң Өфөлә 34 йыл һыра етештереү заводында эшләгән.
Билдәләүебеҙсә, “Подвиги их — бессмертны” китабында Дан орденына
лайыҡ булған 37 яугир тураһында һүҙ бара. Белешмәлә билдәһеҙ автор
Мостафа Шакир улы Ғәзизовты милләте буйынса татар тип яҙған13. 1985
йылда нәшер ителгән “Славные сыны Башкирии” тип аталған очерктар
йыйынтығында иһә журналист Ф. Вәхитов уны “милләте буйынса башҡорт”
тип яҙған. Кем хаҡлы икән? Батыр Ҡырмыҫҡалы районына ҡараған Яңы
Муса ауылында 1923 йылда донъяға килгән. Райондың бөтә ауылдарына
ла XVII быуат башында Мең ҡәбиләһенә ҡараған Меркет-Мең, Аҡлондо,
Өршәк-Мең, Ҡыҙаш, Илкәй-Мең, Илсекәй-Мең, Табын ҡәбиләһенә
ҡараған Бишул-Табын, Күрпәс-Табын, Дыуан-Табын, Кесе-Табын,
Йомран-Табын һәм Кенәзләр-Табын ырыуҙары нигеҙ һалған. Был фекерҙе
профессор Азат Камалов менән профессор Ә.Әсфәндийәров та раҫлайҙар.
Яңы Муса ауылына 1918—1919 йылдарҙа Иҫке Муса (Яңыбай) ауылына
бүленеп сыҡҡан Илкәй-Мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Иҫке Муса
ауылында 1795 йылда 164 башҡорт көн иткән, 1870 йылда — 322, 1917
йылда — 532, 1920 йылда 482 башҡорт көн күргән. Ауылда бер мишәр
ҙә, бер татар ҙа булмаған14.
М.Ғәзизов һуғышҡа 1942 йылдың мартында алынған. Ул 1-се Украина
фронтына ҡараған 1-се танк дивизияһының 69-сы танк алайында автоматсы булып хеҙмәт итеп, ҙур батырлыҡ күрһәткән. 1943 йылдың декабренән алып 1944 йылдың июленә ҡәҙәр 65 фашисты ҡырған, 55-ен әсир иткән, дошман дзотына бәреп кереп, 15 фашисты дөмөктөргән, дзоттан бер миномет, өс пулемет алып сыҡҡан. Дан орденының 1-се дәрәжәһенә 1944 йылдың 23 сентябрендә лайыҡ булған. Һуғыштан һуң 14 йыл Совет Армияһында хеҙмәт итһә лә, түше орден, миҙалдар менән тулы булған батырҙы үрләтмәгәндәр. 1959 йылда ул Өфөгә ҡайтҡан.
Дан ордены кавалеры Хөрмәт Хәмзә улы Хөсәйенов менән дә шул уҡ хәл
күҙәтелгән. Һуғыштан һуң 1948 йылға ҡәҙәр Көйөргәҙе районына ҡараған
Ялсыҡай ауылында колхозда эшләгән. Колхоз рәйесе уны хатта бригадир итеп ҡуйыуҙан баш тартҡан. 1948 йылда Тажикстанға китеп, башта Гәрме, һуңынан Сәмәрҡәндтә 27 йыл автозаводта слесарь булып эшләгән.
Белешмәнең 367-се битендә Шакир Фатих улы Маннановты ла
татар булараҡ телгә алғандар. Был ялған. Батыр Ишембай районына
ҡараған Ҡыяуҡ ауылында 1917 йылда донъяға килгән. Ул ауылда минең
ырыуҙаштарым — Гәрәй-ҡыпсаҡ башҡорттары көн күрә ине. Һуғыш
йылдарында бөлгөнлөккә төшкән ауыл аяҡҡа баҫа алманы. Кешеләре
башҡа ергә — Ҡолғона, Маҡар, Ташбүкәнгә, күбеһе Стәрлетамаҡҡа китеп
бөттөләр. Хәҙер ауыл юҡ инде. Батыр ғаиләһе менән Үзбәкстанға киткән
һәм һуғышҡа шунан алынған. Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡатнашҡан, Дон, 1-се
Белорус, 1-се Украина фронттарында артиллерист булып хеҙмәт иткән,
Берлинды яулап алыуҙа ҡатнашҡан. Һуғыштан һуң тыуған ауылында
колхозда эшләгән, 1954 йылда ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ яғына күсеп
киткән, шофер, киномеханик һөнәрҙәрен үҙләштергән, почтала радист
булып эшләгән. Биш орден, алты миҙал кавалеры 1973 йылдың апрелендә 56 йәшендә яҡты донъянан киткән.
Журнал уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәтеп,
Дан ордены кавалеры булған башҡорттарҙың исемлеген тәҡдим итәм.
1. Абдрахманов Хәниф Хажиғәли улы — Әлшәй районы Үрнәк ауылы.
2. Вәлишин Әғлиулла Хисмәт улы — Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылы.
3. Ғәзизов Мостафа Шакир улы — Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Муса ауылы.
4. Зарипов Зиннур Зарип улы — Дүртөйлө районы Түбәнге Әлкәш ауылы.
5. Маннанов Шакир Фатих улы — Ишембай районы Ҡыяуҡ ауылы.
6. Низаев Әбүзәр Ғаяз улы — Благовар районы Сынташтамаҡ ауылы.
7. Сабитов Сәлих Ғиззәт улы — Шаран районы Еремкә ауылы.
8. Сәлихов Шәйхилислам Ғөмәр улы — Саҡмағош районы Иҫке Босҡаҡ
ауылы.
9. Сөләймәнов Вәлиәхмәт Ғимал улы — Әбйәлил районы Күшөй ауылы.
10. Солтанов Хатмулла Аҫылгәрәй улы — Бүздәк районы Кәпәй-Ҡыбау
ауылы.
11. Фәхретдинов Тимерйән Йыһанша улы — Бүздәк районы Оло Өҫтүбә
ауылы.
12. Харисов Фәррух Харис улы — Салауат районы Мәхмүт ауылы.
13. Хиләжев Мәүлит Хиләж улы — Учалы районы Мансур ауылы.
14. Хөсәйенов Хөрмәт Хәмзә улы — Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылы.
15. Хөснитдинов Әхнәф Ғәлимйән улы — Учалы районы Учалы ауылы.
16. Әлибаев Әҙһәм Ғәли улы — Баймаҡ районы Йомаш ауылы.
Шулай итеп, Дан орденының өс дәрәжәһенә лә 16 башҡорт лайыҡ
булған.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1Великая Отечественная война Советского Союза. М, 1970, стр.581.
2Великая Отечественная. М., 1974, стр.525.
3Славные сыны Башкирии, т. 5. 1985, стр.6.
4Боевые награды СССР Второй мировой войны. М., 2003, стр.5.
5 Царева Т.Б. Все награды Второй мировой войны. 2010, Ростов-на-Дону, стр.62. 6
Башҡорттарҙың хәрби тарихы. Өфө, 321-се бит.
7 Ерошин А. Слава солдатская. Уфа, 1967.
8Дюртюлинский район Республики Башкортостан. Население. Населенные пункты.
ХVII—XXI вв. Уфа, 2010, стр.19.
9Благоварский район республики Башкортостан. Население. Населенные пункты.
ХVIII—ХХI вв. Уфа, 2010, стр.19.
10 Шаранский район Республики Башкортостан. Населенные пункты. ХVIII—ХХI вв.
Уфа, 2010, стр.19; Подвиги их — бессмертны. Уфа, 2000, стр.378.
11 Подвиги их — бессмертны. Справочник. Уфа, 2000, стр.387.
12 Буздякский район Республики Башкортостан. Население. Населенные пункты.
ХVIII—ХХI вв. Уфа, 2010, стр.18.
13 Подвиги их — бессмертны. Уфа, стр.352.
14 Кармаскалинский район Республики Башкортостан. Население. Населенные пункты.
ХVIII—ХХI вв. Уфа, 2010, стр.21.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев